Эстәлеккә күсергә

Леонов Евгений Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Евгений Леонов
Тыуған ваҡыты:

2 сентябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны:

Мәскәү

Вафат ваҡыты:

29 ғинуар 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (67 йәш)

Вафат урыны:

Мәскәү, Рәсәй

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19471994

Театр:

К. С. Станиславский исемендәге Мәскәү драма театры, Владимир Маяковский исемендәге Мәскәү академия театры, «Ленком» театры

Наградалары:
Ленин ордены — 1986 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1967
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1978 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1972 || РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1959 || Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы — 1992 || СССР Дәүләт премияһы — 1976 || РСФСР-ҙың бер туған Васильевтар исемендәге дәүләт премияһы — 1981 || Ленин комсомолы премияһы — 1978
Евгений Леонов
«Полосатый рейс» фильмында

Леонов Евгений Павлович (2 сентябрь 1926 йыл29 ғинуар 1994 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1978). СССР-ҙың (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) дәүләт премиялары лауреаты. КПСС ағзаһы.

Биографияһы

Евге́ний Па́влович Лео́нов 1926 йылдың 2 сентябрендә Мәскәүҙә авиазавод инженеры һәм йорт хужабикәһе ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ни бары етенсе синыфты тамамлаған үҫмер ата-әсәһенең тәҡдиме менән авиация заводына токарь өйрәнсеге булып эшкә бара.

1941 йылдың көҙөндә Евгений Серго Орджоникидзе исемендәге авиация техникумына уҡырға инә. Өсөнсө курста техникумды ташлай һәм Мәскәү эксперименталь театр студияһының драма бүлегенә китә. Уның менән «Ҙур театр»ҙың (русса «Большой театр») билдәле балетмейстеры Ростислав Захаров етәкселек иткән була. 1947 йылда студияны тамамлай һәм Мәскәүҙең Дзержинский районындағы театрға эшкә алына. 1948 йылдан К. С. Станиславский исемендәге Мәскәү драма театры (Станиславский исемендәге театр) сәхнәһендә сығыш яһай.

1968 йылдан Евгений Леонов — Владимир Маяковский исемендәге Мәскәү академия театры актёры. Бында ул үҙенең иң яҡшы ролдәренең береһен башҡара — рус даматургы Сергей Найдёновтың «Ванюшин балалары» («Дети Ванюшина») пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Ванюшин-атай образын тыуҙыра. 1970-се йылдар башында актёр менән театрҙың художество етәксеһе Андрей Гончаров араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуа: ул Леоновтың кинола төшөү арҡаһында йыш ҡына театрҙа булмауына күҙ йомоп ҡараһа ла, уның рекламала төшөүҙәрен ҡабул итмәй. Шул сәбәптән 1974 йылда Евгений Леонов Ленин комсомолы исемендәге Мәскәү дәүләт театрына (хәҙер «Ленком» театры) күсә[1]. Актёрҙың был сәхнәлә уйнаған иң яҡшы ролдәре: Антон Чеховтың «Иванов»ы, Всеволод Вишневскийҙың «Оптимистик трагедия»һында Вожак һәм Григорий Гориндың «Поминальная молитва» спектаклендәге Тевье. Был роле өсөн Евгений Леонов 1992 йылда Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһына лайыҡ була[2].

1988 йылда Германиялағы гастроль барышында киң инфаркт һөҙөмтәһендә актёр клиник үлем кисерә. Ашығыс операциянан һуң 16 тәүлек комала (тәрән йоҡоға оҡшаған иҫһеҙ хәлдә) була. Сәхнәгә дүрт айҙан һуң ғына сыға ала[3].

Евгений Павлович Леонов 1994 йылдың 29 ғинуарында 68-се йәшендә «Поминальная молитва» спектакленә барырға йыйынғанда тромб ысҡыныуҙан вафат була. Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Кинолағы ролдәре

Массовкаларҙа ҡатнашыуын иҫәпкә алмағанда, Евгений Леонов 1954 йылда эпизодик роль менән режиссёр Владимир Немоляевтың «Диңгеҙ һунарсыһы» («Морской охотник») фильмында тәүге тапҡыр киноға төшә[4]. Актёрҙар һайлау менән шөғөлләнгән икенсе режиссёр Георгий Натансон Леоновты Станиславский исемендәге театр сәхнәһендә «Дни Турбиных» спекталендә уйнағанда күреп ала һәм уға кок (карап ашнаҡсыһы) ролен тәҡдим итә. Леонов ризалаша һәм фильмға раҫлана[5].

Евгений Леонов «Полосатый рейс» фильмы экрандарға сыҡҡандан һуң киң билдәлелек ала. Артабан «Зигзаг удачи» (1969), «Джентльмены удачи» (1971), «Большая перемена» (1972), «Афоня» (1975), «Обыкновенное чудо» (1978), «Осенний марафон» (1979), «Кин-дза-дза» (1986), «Паспорт» (1990) һәм башҡа бик күп фильмдарҙа уның һәләте тулы кимәлдә асыла.

Сәхнә оҫтаһының мультфильмдарҙы тауышлы итеү буйынса эшмәкәлеге лә маҡтауға лайыҡ. 19691972 йылдарҙа Евгений Леонов тауышы менән һөйләгән Винни-Пухтан башлап тағы ла өс тиҫтәгә яҡын мультипликацион фильм бер нисә быуын төрлө йәштәге тамашасыларҙың һөйөүен яулаған[6].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар