Эстәлеккә күсергә

Портал:Ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
23:01, 23 апрель 2015 өлгөһө; Ардах18 (фекер алышыу | өлөш)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау
Портал   Иң һәйбәт мәҡәләләр   Проект   Форум

Ислам (ғәр. الإسلام‎ — Аллаһҡа бирелеү, буйһоноу) — Бер Аллаһҡа ышаныуға нигеҙләнгән ибраһими донъя диндәренең береһе. Беҙҙең эраның VII быуат баштарында Мөхәммәт пәйғәмбәр тарафынын Көнбайыш Ғәрәбстанда киң таратыла башлай. Ислам киләһе биш төп шартҡа таяна: шәһәҙәт килтереү, намаҙ ҡылыу, ураҙа тотоу, зәкәт биреү һәм хаж ҡылыу. Ислам динендәге кешеләргә иманлы мәғәнәһендә «мөмин», йәки Аллаһ Тәғәләғә буйһонған мәғәнәһендә «мосолман» тиҙәр.
үҙгәртергә 

Һайланған мәҡәлә

Тәҡдир - Аллаһы Тәғәлә булған һәм буласаҡ нәмәләрҙең ваҡытын, урынын билдәләгән. Донъяла бөтә нәмә лә Аллаһтың теләге, тәҡдире буйынса булған һәм буласаҡ. Кеше үҙенә яҙылған яҙмышты Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ихтыяры буйынса һайлай. Нәмә эшләһәк тә, ул Аллаһ ризалығы менән, уның ҡеүәтләүе буйынса.

Үҙебеҙҙең тыумышыбыҙ, енесебеҙ, ғүмер оҙонлоғон, ата-әсәйҙе беҙ һайлай алмайбыҙ. Шуға былар өсөн яуап бирмәйбеҙ, ә был тормошта үҙ ихтыярыбыҙ, теләгебеҙ менән эшләгән яҡшы һәм насар эштәребеҙ, ғәмәлдәребеҙ өсөн яуап тотасаҡбыҙ.

үҙгәртергә 

Һайланған шәхес

Мөхәммәт, бине Ғәбдулла бине Ғәбделмоталлиб бине әл-Хашими, (ғәр. محمد‎‎‎), (20 (22) апрель 571 (570), Мәккә — 8 июнь 632, Мәҙинә) — пәйғәмбәр, мәшһүр дин хәҙмәткәре, бер аллаға табыныу дине — Ислам динен индереүсе, Аллаһ ебәргән изге китап — Ҡөрьәнде кешеләргә еткереүсе, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Ғәрәп ярымутрауында көслө мосолман дәүләтен төҙөүсе.

үҙгәртергә 

Һайланған рәсем


Мосолмандар өсөн донъялағы иң изге булған урын, Ҡәғбә

Башҡа рәсемдәр

үҙгәртергә 

Мосолман дин белгестәре

Учалы ҡалаһында Зәйнулла-ишан хөрмәтенә һалынған мәсет

Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы (Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, Зәйнулла-ишан) 18331917) — күренекле башҡорт дин әһеле, ишан.

1833 йылдың 25 мартында Троицк өйәҙе Туңғатар волосының Шәрип ауылында (хәҙерге (Башҡортостандың Учалы районында) мулла ғәиләһендә тыуып үҫә.

Тыуған ауылында мәҙрәсәлә уҡый, ун ике йәшенән кантон үҙәге – Малай Муйнаҡ мәҙрәсәһендә белем ала, аҙаҡ Яҡуп хәҙрәт артынан Ахун ауылына күсеп, унда дин ғилемен арттыра. 1851 йылда Троицк ҡалаһы (хәҙерге Cиләбе өлкәһендә) мәҙрәсәһенә килеп урынлаша, 1858 йылда тейешле имтихандарын тапшырып, Верхнеуральск өйәҙенең Аҡҡужа ауылына (хәҙер шул уҡ Учалы районында) имам-хатип булып ҡайта.

үҙгәртергә 

Мосолман ғалимдары

үҙгәртергә 

Хәҙерге ислам

үҙгәртергә 

Мосолман архитектураһы

Ҡая көмбәҙе, Ҡая өҫтөндә көмбәҙ (ғәр. مسجد قبة الصخرة‎ — Ма́сджид Ку́ббат ас-Са́хра; йәһ. כיפת הסלע‎) — Иерусалимдә Храм тауында Нигеҙ ташы өҫтөндә, Әл-Аҡса мәсетенән йыраҡ түгел, урынлашҡан изге мәсет.

Ислам архитектураһының иң боронғо ҡомартҡыларының береһе. Мәсет дөрөҫ пропорциональ һыҙаттар менән төҙөлгән, эске яғы бай мозаикалы орнамент менән биҙәлгән.

үҙгәртергә 

Ә һеҙ белә инегеҙме

  • Зәм-зәм һүҙе ғәрәп лингвистикаһы күҙлегенән ҡарағанда, “бәйләргә, ҡасмаҫҡа” тигәнде аңлата.
  • Ҡорбан салыу — шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла.
  • … донъялағы төп һәм иң ҙур мәсет, Исламдың беренсе изге урыны —Мәсджид әл-Харам мәсете
  • имам йома вәғәзен уҡыу өсөн ҡулланған мәсет эсендәге бейек урын мөнбәр тип атала.
үҙгәртергә 

Яңы мәҡәләләр

Әл-Ғәдийәт сүрәһе (ғәр. سورة العاديات‎ ) (Елеүселәр), Ҡөрьән Кәримдең 100-сө сүрәһе, 11 аяттан тора.

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

  1. Тындары бөтөп елеүселәр менән ант итәм,
  2. осҡондар сәсрәтеп сығарыусылар менән,
  3. таң уаҡытында һөжүм итеүселәр менән!
  4. Һәм улар шуның менән унда туҙан күтәрҙеләр,
  5. һәм шулай итеп төркөм араһына бәреп инделәр.
үҙгәртергә 

Мосолман календары

XXI быуатта Һижри тәҡүим

[сығанаҡты үҙгәртеү]
1 мөхәррәм 1426 й. 10 февраль 2005
1 мөхәррәм 1427 й. 31 ғинуар 2006
1 мөхәррәм 1428 й. 20 января 2007
1 мөхәррәм 1429 й. 10 ғинуар 2008
1 мөхәррәм 1430 й. 29 декабрь 2008
1 мөхәррәм 1431 й. 17 декабрь 2009
1 мөхәррәм 1432 й. 8 декабрь 2010
1 мөхәррәм 1433 й. 27 ноябрь 2011
1 мөхәррәм 1434 й. 15 ноябрь 2012
1 мөхәррәм 1435 й. 5 ноябрь 2013
1 мөхәррәм 1436 й. 25 октябрь 2014
1 мөхәррәм 1437 й. 13 октябрь 2015
үҙгәртергә 

Ислам пәйғәмбәрҙәре

Ибраһим (ғәр. إبراهيم‎, уҡыла: Ibrāhīm, йәһ. אברהם‎, уҡыла: ʼAḇrāhām) - яҡынса б.э.т. XX быуатта йәшәгән дини шәхес. Ислам динендә пәйғәмбәр булараҡ, йәһүҙелек һәм христианлыҡта иһә бөйөк дини зат буларак ололоҡлана. Исхаҡ һәм Исмәғилдең атаһы. Ғәрәп һәм йәһүд (еврей) халыҡтарының тәү атаһы булып иҫәпләнә.

Ҡөрьәндә Ибраһим исемле, Мәккәлә иңгән (28, 29 аяттарҙан ҡала) һәм 52 аяттан торған, 14-се сүрә бар. Ул Ибраһим пәйғәмбәрҙең был сүрәлә Аллаһы тәғәләгә ҡылған доғаһы өсөн шулай атала.

үҙгәртергә 

Һайланған хәҙис

Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорап ҡына торған кеше юғалмаҫ, кәңәшләшеп кенә йәшәй белгән кеше үкенмәҫ, уртаса йәшәй белгән кеше фәҡирлек күрмәҫ.

— Хәҙис Шәриф.

үҙгәртергә 

Һайланған аят

Әгәр һеҙ Алланың ниғмәтен иҫәпләргә уйлаһағыҙ, һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ. Ысынлап та, Алла — кисереүсе, рәхимле!

— ӘН-НӘХЛ (БАЛ ҠОРТО):18

үҙгәртергә 

Исламда шәхес

үҙгәртергә 

Категориялар


үҙгәртергә 

Проекттар

үҙгәртергә 

Нисек ярҙам итә алам

үҙгәртергә 

Төп темалар

Ислам
КатегорияПортал

Инаныу: АллаһТәүхидФәрештәләрИзге китаптарМөхәммәт пәйғәмбәрПәйғәмбәрҙәрӘхирәтТәҡдир

Төп ғибәҙәттәр: Шәһәҙәт килтереүНамаҙ ҡылыуЗәкәт биреү Ураҙа тотоуХаж ҡылыу

Ислам байрамдары: Рамаҙан байрамыҠорбан байрамы

Дини текстар һәм шәриғәт: ҠөрьәнСөннәтХәҙисФикыхШәриғәтКаламТасаввуф

Тарих һәм кешеләр: Ислам тарихының ваҡыт теҙелешеӘһлебәйтСәхәбәләрСөннилекШиғыйлыҡҺариджилыҡДүрт хәлифәУн ике имам

Культура һәм йәмғиәт: ТәһәрәтБайрамдарФәнМәсетФәлсәфәФитр саҙаҡаһыҠорбанМәҙһәбтәрХалыҡСаҙаҡаСәнғәтКалендарьТәриҡәттәр