Эстәлеккә күсергә

Шивелуч

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шивелуч
Координаты: пропущена долгота
Ил
Тау системаһыКөнсығыш һырты 
Вулкан формаһыСтратовулкан 
Барлыҡҡа килеү дәүере60-70 мең йыл 
Һуңғы атылыу2024 йылдың 24 авгусы 
Түбәһе бейеклеге3283 м [1] 

Шиве́луч[2] (Шивелу́ч[3], Шевелюч[4]) — Камчатка ярымутрауының Көнсығыш һыртындағы ғәмәлдәге вулкан. Камчатканың иң төньяҡ вулканы. Шивелучтан Петропавловск-Камчатка ҡалаһына тиклем ара — 440 км, Ключи ҡасабаһына тиклем — 47 км, Крутобереговоға — 98 км, Усть-Камчаткаға — 87 км.

Вулкан нигеҙенең диаметры — 45-50 км, дөйөм майҙаны 1300 км² тәшкил итә[5]. Составында (андезиттар һәм базальттарҙан тороусы) Старый Шивелуч стратовулканы, иҫке һөҙәклекле — 9 км диаметрлы кальдераһы һәм эҫе лава һәм газ-көл болоттары сығарыусы әүҙем кратеры булған Молодой Шивелуч янартауҙары. Вулкандың бейеклеге 3283 м, әүҙем өлөшөнөң иң юғары нөктәһе диңгеҙ кимәленән — 2800 м[5]. Йәше — 60-70 мең йыл.

Шивелуч вулканының аҫҡы битләүҙәре 750 метр бейеклеккә тиклем таш ҡайын урманы һәм кедр ағасы ҡыуаҡлыҡтары менән ҡапланған, өҫтәрәк болондар, түбәһенә яҡыныраҡ үҫемлек үҫмәгән лавалы-көллө өҫкө йөҙө урынлашҡан.

Урғылыуы

2004 йылдың ғинуарында Терра спутнигынан күренгән атылыуы

Билдәле атылыуҙары: 1790, 1854, 1879—1883, 1896—1898, 1905, 1927—1929, 1944—1950, 1964, 1980—1981, 1993—1995, 2001—2003, 2008—2016 йылдарҙа күҙәтелгән.

2004—2005 йылдарҙағы атылыу һөҙөмтәһендә вулкандың бейеклеге 115 метрға кәмей. Һуңғы иң көслө атылыуҙарҙың береһе 1964 йылдың 12 ноябрендә була, ул саҡта вулкан көл бағанаһын 15 километр бейеклеккә, ә батҡаҡ һәм вулкан тоҡомо ҡалдыҡтары ағымы 20 километрға ырғытыла. 1964 йылдағы вулкан атылыуынан көл ел менән Камчатка ярымутрауы аша Беринг утрауҙарына күсә.

2008 йылдың 14 сентябрендә вулкандың көмбәҙенең бер өлөшө емерелеүенә килтергән әүҙемлеге көсәйә, уның, 2009 йылдың майында вулкан көмбәҙендә 30 метр тәрәнлектәге ярыҡ барлыҡҡа килә. Рәсәй фәндәр академияһы геофизика хеҙмәтенең Камчатка филиалының сейсмик һәм вулкан активлығын тикшереү лабораторияһы мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылдың 15 октябрендә газ-көл сығанаҡтарының береһенең бейеклеге диңгеҙ кимәленән 10,5 км тәшкил итә, «0,3 мкм/с тиклем өҙөк-өҙөк спазматик вулкан ҡалтырауы» күҙәтелә. 2012 йылдың 18 апрелендә Шивелуч диңгеҙ кимәленән 6,5 км бейеклеккә көл һәм газ бағанаһын ырғыта.

2013 йылдың 27 июнендә иртә таңдан Шивелуч диңгеҙ кимәленән 10 км тиклем көл бағанаһын ырғыта, вулкандан 47 км алыҫлыҡта урынлашҡан Ключи ҡасабаһында көл яуа, ҡасаба урамдары миллиметр ҡалынлығындағы ерән төҫтәге көл ҡатламы менән ҡапланған[6], 18 октябрҙә Ключев сопкаһы вулканы артынан Шивелуч 7600 метр бейеклектәге көл бағанаһын ырғыта[7]. 2014 йылдың 7 февралендә 11 километрҙан ашыу бейеклектәге көл бағанаһын ырғыта. 2014 йылдың 13 майында вулкан 7-нән 10 км-ға тиклем бейеклеккә өс көл бағанаһы ырғыта[8]. 2016 йылдың 29 ғинуарында атыла[9]. 2016 йылдың 10 ғинуарында вулкан 7 км бейеклеккә көл бағанаһын ырғыта[10]. Вулкан 10 километрлыҡ көл бағанаһын ырғыта. 2017 йылдың 24 февралендә вулкан көл бағанаһын 5 км бейеклеккә[11], 2017 йылдың 15 июнендә иртән вулкан диңгеҙ кимәленән 12 км бейеклеккә көл бағанаһын ырғыта. 16 июндә кис сираттағы көл сығара. Уның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 5,5 километрға тиклем тәшкил итә. 2019 йылдың 17 мартында ике айлыҡ атылыуҙан һуң вулкан һауаға 4 километр бейеклектәге төтөн бағанаһын ырғыта[12].

2023 йылғы атылыуы

2022 йылдың уртаһынан вулканологтар Шивелуч лава көмбәҙенең тотороҡһоҙ торошо арҡаһында тиҙ арала атылыуын көтә[13]. Көслө атылыу 2023 йылдың 11 апрелендә урындағы ваҡыт буйынса 00.54 сәғәттә була[14]. Шивелуч атылыуы 3 апрелдә Камчатка ер тетрәүенән һуң шунда уҡ, 7 апрелдә, Безымянный вулканының эруптив атылыуы күҙәтелгәнлектән, ошо ике атылыуҙы сейсмик хәл тыуҙыра тип иҫәпләнә[15][16]. Шивелуч вулканының әүҙемлеге 28 марттан алып көмбәҙ башына даими рәүештә эҫе лава ташлау, уның экструзияһы, фумароль әүҙемлеге һәм көл сығарыу рәүешендә күҙәтелә[17]. 11 апрелдәге башланғыс пароксизмаль фазаһында вулкан 20 км бейеклеккә еткән һәм 108 000 км² майҙанға таралған вулкан газы һәм көлө болотон сығара[18][17]. Вулкандың ер өҫтө буйлап иң алыҫ араға пирокластик ағымы 19 км тәшкил итә[17]. Икенсе көндө береһенең эруптив колоннаһы 10 км бейеклеккә еткән башҡа ташландыҡтар килә. Башланғыс фаза һөҙөмтәһендә 60 йыл эсендә иң ҙур көл яуыуы күҙәтелгән. Федераль һауа транспорты агентлығы вулканға «ҡыҙыл» (максималь) хәүеф коды бирә[19]. Так как высота извержения достигла стратосферы, то в верхние слои атмосферы было выделено 200 000 т диоксида серы[17]. Вулкандың бейеклеге стратосфераға еткәнлектән, атмосфераның өҫкө ҡатламдарына 200 000 т көкөрт диоксиды бүленеп сыға[17].

15 апрелдә спутниктарҙан радиолокация һүрәттәрен анализлау төп атылыуҙың лава көмбәҙенең көньяҡ йүнәлештә емерелеүе һөҙөмтәһендә, уның урынында барлыҡҡа килгән кальдерҙар ҙурлығы 2 × 2,6 км күрһәтә. Тәүге емерелеү процесы көмбәҙҙең нигеҙендә өҙөлөү һәм көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә шартлау арҡаһында килеп сыға. Шулай итеп, вулкан VEI-5 эксплозивлыҡ индексы менән пелей тибында атыла[20]

11-нән вулкандың әүҙемлеге кәмей, әммә атылыу түбән интенсивлыҡтағы һәм бейеклектәге көл сығарыу рәүешендә дауам итә. 16-сы һанлы инфраҡыҙыл спутник һүрәттәре вулкан кратеры эсендә яңы лава көмбәҙен барлыҡҡа килтерә башлауын күрһәтә[21]. Ошонда, ике аҙналыҡ атылыуҙан һуң, 2023 йылғы урғылыуҙың әүҙемлеге артыуы туҡтала.

2024 йылғы атылыуы

2024 йылдың 18 авгусында урғыла, уға 7 балл кимәлендәге ер тетрәүе лә ҡушыла.[22]

Һүрәттәр

Иҫкәрмәләр

  1. Шивелуч (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
  2. Горкин А. П. География. — М.: Росмэн-Пресс, 2006. — 624 с. — (Современная иллюстрированная энциклопедия). — 10 000 экз. — ISBN 5-353-02443-5.
  3. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 556. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  4. Шевелюч // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. 5,0 5,1 Шлейф пепла вулкана Шивелуч на Камчатке растянулся на десятки километров (недоступная ссылка — история).
  6. На Камчатке вулкан Шивелуч засыпал пеплом два поселка — Газета. Ru | Общество. Газета.ру. Дата обращения: 15 ноябрь 2022. Архивировано 27 апрель 2016 года.
  7. Интерфакс Россия. www.interfax-russia.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2022. Архивировано 10 июнь 2016 года.
  8. Три выброса пепла на высоту от 7 до 10 км произошли на вулкане Шивелуч на Камчатке — ИТАР-ТАСС. ИТАР-ТАСС (13 май 2014). Дата обращения: 15 ноябрь 2022. Архивировано 13 май 2014 года.
  9. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2016-01-29. Дата обращения: 16 июнь 2016.
  10. Ъ-Новости — Камчатский вулкан выбросил семикилометровый столб пепла. Дата обращения: 11 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 31 март 2017 года.
  11. На вулкане Шивелуч зафиксирован пепловый выброс. 41.mchs.gov.ru. Дата обращения: 24 февраль 2017. Архивировано из оригинала 24 февраль 2017 года.
  12. Борис КОКУРИН. На Камчатке произошло извержение сразу двух вулканов. Комсомольская правда (17 март 2019). Дата обращения: 19 март 2019. Архивировано 29 ноябрь 2020 года.
  13. Вулкан Шивелуч на Камчатке подготовился к мощному извержению. iz.ru (20 октябрь 2022). Дата обращения: 14 апрель 2023. Архивировано 14 апрель 2023 года.
  14. Мощное извержение вулкана Шивелуч на полуострове Камчатка. dailyfish.ru. Дата обращения: 11 апрель 2023. Архивировано 11 апрель 2023 года.
  15. Chrissy Sexton, Earth.com. Two volcanoes have erupted three days apart in Russia (ингл.). www.earth.com (17 март 2019). Дата обращения: 19 март 2019. Архивировано 12 апрель 2023 года.
  16. Землетрясение на Камчатке могло запустить извержения Безымянного и Шивелуча. rg.ru. Дата обращения: 11 апрель 2023. Архивировано 11 апрель 2023 года.
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 Smithsonian // US Geological Survey Weekly Volcanic Activity Report, 5 April-11 April 2023 // Managing Editor: Sally Kuhn Sennert. Report on Sheveluch (Russia) — 5 April-11 April 2023 (ингл.). volcano.si.edu (5 апрель 2019). Дата обращения: 19 март 2019. Архивировано 14 апрель 2023 года.
  18. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2023-04-11. Дата обращения: 11 апрель 2023.
  19. Росавиация предписала перевозчикам корректировать маршруты из-за извержения вулкана на Камчатке. Коммерсантъ (11 апрель 2023). Дата обращения: 11 апрель 2023. Архивировано 19 апрель 2023 года.
  20. www.volcanodiscovery.com. Shiveluch volcano (Kamchatka): dramatic morphological changes to dome area (ингл.). www.volcanodiscovery.com (15 апрель 2023). Дата обращения: 15 апрель 2023. Архивировано 15 апрель 2023 года.
  21. von Marc Szeglat // Vulkane Net Newsblog. Vulkan-News 16.04.23: Shiveluch (нем.). www.volcanodiscovery.com (16 апрель 2023). Дата обращения: 17 апрель 2023. Архивировано 5 апрель 2023 года.
  22. Сильное Землетрясение в 7.0 баллов произошло на Камчатке. Вулкан Шивелуч выбросил облако пепла на 8 км

Әҙәбиәт

Һылтанмалар