Эстәлеккә күсергә

Папуа — Яңы Гвинея

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
13:44, 9 июнь 2012 өлгөһө; EmausBot (фекер алышыу | өлөш) (r2.7.2+) (робот үҙгәртте: bn:পাপুয়া নিউ গিনি; косметические изменения)

Па́пуа — Яңы́ Гвине́я, тулы исеме Па́пуа — Яңы́ Гвине́я бойондороҡһоҙ дәүләте́ (ингл. Papua New Guinea [ˈpæpuːə njuː ˈɡɪni] (шулай уҡ ˈpɑːpuːə, ˈpæpjuːə), ток-писин Papua Niugini, хири-моту Papua Niu Gini) — Океанлыҡта урынлашҡан дәүләт. Тымыҡ океандың көньяк-көнбайыш өлөшөндә урынлаша. Майҙаны — 462 840 км². Халыҡ һаны — яҡынса 6 млн кеше, башлыса папуастар һәм меланезиялылар. Ҡала халҡы һаны — 15,2 % (1991). Рәсми телдәр - инглиз, ток-писин, хари-моту теләре. Халыҡтың күп өлөшө - христиандар, ҡалғандары урында йола булып китән дини ҡарашта. Административ яҡтан дәүләт 20 провинцияға бүленә. Башҡалаһы — Порт-Морсби ҡалаһы. Дәүләт башлығы - генерал-губернатор тәҡдим иткән королева. Милләттәр дуҫлығына керә. Ҡанун сығарыу органы — Милли парламент.