Эстәлеккә күсергә

Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
{{викитека|:ru:Декларация прав человека}}
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
27 юл: 27 юл:
=== Төҙөү ===
=== Төҙөү ===
БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссияһының беренсе ултырышы [[Нью-Йорк]] янындағы Лейк-Саксес (New York|Lake Success) ҡаласығында 1947 йылдың 27 ғинуарынан 10 февраленә саҡлы үтә. Унда АҠШ-тың йәмәғәт эшмәкәре Элеонора Рузвельт Комиссия рәйесе итеп һайлана. Уның ағзалары араһында [[Австралия]], [[Бельгия]], [[Беларусь|Белоруссия Совет Социалистик Республикаһы]], [[Бөйөк Британия]], [[Ҡытай]], [[Куба]], [[Мысыр]], [[Һиндостан]], [[Иран]], [[Ливия]], [[Панама]], [[СССР]], [[АҠШ]], [[Уругвай]], [[Филиппин]], [[Франция]], [[Чили]], [[Югославия]] вәкилдәре була<ref>Johannes Morsink, p.4</ref>. Улар ''Хоҡуҡтар тураһында биль'' тип аталасаҡ документ әҙерләргә тейеш була. Комиссия эшендә шулай уҡ [[БМО Секретариаты]]ның кеше хоҡуҡтары буйынса бүлеге вәкиле Джон Хамфри ла (John Peters Humphrey) ҡатнаша. [[Канада]]ның [[Халыҡ-ара хоҡуҡ]] өлкәһендәге был белгесе [[БМО-ның Генераль секретары]] тарафынан кеше хоҡуҡтары буйынса бүлек етәксеһе вазифаһына [[1946 йыл]]да саҡырылған була.


== Төп ваҡиғалар теҙмәһе ==
Тарихи нигеҙҙә Декларация менән бәйле йылдар<ref>Susan Muaddi Darraj, p.108-110</ref>:
* [[1939 йыл]]. [[Икенсе донъя һуғышы]] башлана. Германиялағы нацистик режим йәһүдтәрҙе һәм башҡа аҙсылыҡ милләттәрҙе юҡ итеү программаһы үткәрә.
* [[1945 йыл]], 25 апрель. [[Сан-Франциско]]ла асылған халыҡ-ара конференцияла БМО уставы өҫтөндә эш башлана.
* [[1945 йыл]], 26 июнь. БМО уставына илле дәүләт ҡул ҡуя.
* [[1945 йыл]], 2 сентябрь. [[Япония]]ның ҡаршылыҡһыҙ баш һалыуы (капитуляцияһы) хаҡында актҡа ҡул ҡуйыла. Икенсе донъя һуғышы тамамлана.
* [[1945 йыл]], 24 октябрь. БМО уставы үҙ көсөнә инә.
* [[1946 йыл]], 10 ғинуар. [[Лондон]]да БМО Генераль Ассамблеяһының беренсе ултырышы асыла. Унда Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссия ойошторола.
* [[1948 йыл]], 10 декабрь. БМО Генераль Ассамблеяһы Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын ҡабул итә.
* [[1961 йыл]], июль. Лондонда [[Халыҡ-ара амнистия]] ([[инглиз теле|инглизса]] «Amnesty International», [[урыҫ теле|урыҫса]] «Международная амнистия») ойошмаһы төҙөлә.
* [[1968 йыл]], май. [[Тегеран]]да БМО-ның кеше хоҡутарына арналған халыҡ-ара конференцияһы үткәрелә.


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

11:40, 10 октябрь 2016 өлгөһө

Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы
Элеонора Рузвельт кеше хоҡуҡтары декларацияһының испан телендәге версияһы менән.
Элеонора Рузвельт кеше хоҡуҡтары декларацияһының испан телендәге версияһы менән.
Нигеҙ 1948
Ратификация 10 декабрь 1948 йыл
Һаҡлау урыны Париж, Шайо Һарайы
Автор Джон Хамфри, Рене Кассен, Чжан Пэнчунь, Шарль Малик, Элеонора Рузвельт һәм башҡалар.
Нигеҙе маҡсаты Кеше хоҡуҡтары

Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының барлыҡ ағза-илдәренә тәҡдим ителгән халыҡ-ара документ. Ул 1948 йылдың 10 декабрендә БМО Генераль Ассамблеяһының Париждың Шайо Һарайында үткән өсөнсө сессияһында 217 А (III) резолюцияһы менән ҡабул ителгән «Кеше хоҡуҡтары тураһында халыҡ-ара пакт»[1]. Декларация — барлыҡ кешеләр ҙә эйә булырға тейеш хоҡуҡтарҙың беренсе глобаль билдәләмәһе. Уның тексы 30 статьянан тора һәм Иҡтисади, социаль һәм мәҙәни хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт, Гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтар тураһында халыҡ-ара пакт, шулай уҡ ике Факультатив Протокол менән бер рәттән Кеше хоҡуҡтары тураһында халыҡ-ара билдең бер өлөшөн тәшкил итә.[2]

Төҙөү һәм ҡабул итеү

Идеяһы

Мәғрифәтселек дәүере ваҡытында тәбиғи хоҡуҡ тураһында идеялар тыуа башлай. Улар нигеҙендә Бөйөк Британияла 1689 йылда Хоҡуҡтар тураһында билль 1689, Америка Ҡушма Штаттарында Хоҡуҡтар тураһында билль һәм Францияла Кеше һәм граждандың хоҡуҡ декларацияһы төҙөлә һәм ҡабул ителә.

Икенсе донъя һуғышы‎ кеше хоҡуҡтары тураһында дөйөм килешеү кәрәклеген асыҡтан-асыҡ күрһәтә. 1941 йылда АҠШ президенты Франклин Рузвельт үҙенең «Илдең хәле тураһында» тигән мөрәжәғәтендә үтә кәрәкле дүрт азатлыҡты (иреклекте): һүҙ азатлығын (свобода слова), выждан азатлығын (свобода совести), мохтажлыҡтан азатлыҡты (свобода от нужды) һәм ҡурҡыуҙан азатлыҡты (свобода от страха) яҡлау һәм хуплауға саҡыра. Был тыныслыҡтың һәм һуғыштың тамамлауының мөһим шарттары булараҡ кеше хоҡуҡтарының артабан үҫеүенә яңы этәргес бирә.

Йәмәғәтселек нацистик Германия ҡылған йыртҡыслыҡтар тураһында белгәс, БМО Уставының кеше хоҡуҡтарын етерлек дәрәжәлә аныҡ һәм теүәл билдәләмәүе асыҡлана. Шуға лә шәхестең хоҡуҡтарын һанап сыҡҡан һәм тасуирлаған дөйөм килешеү кәрәк була.

Төҙөү

БМО-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссияһының беренсе ултырышы Нью-Йорк янындағы Лейк-Саксес (New York|Lake Success) ҡаласығында 1947 йылдың 27 ғинуарынан 10 февраленә саҡлы үтә. Унда АҠШ-тың йәмәғәт эшмәкәре Элеонора Рузвельт Комиссия рәйесе итеп һайлана. Уның ағзалары араһында Австралия, Бельгия, Белоруссия Совет Социалистик Республикаһы, Бөйөк Британия, Ҡытай, Куба, Мысыр, Һиндостан, Иран, Ливия, Панама, СССР, АҠШ, Уругвай, Филиппин, Франция, Чили, Югославия вәкилдәре була[3]. Улар Хоҡуҡтар тураһында биль тип аталасаҡ документ әҙерләргә тейеш була. Комиссия эшендә шулай уҡ БМО Секретариатының кеше хоҡуҡтары буйынса бүлеге вәкиле Джон Хамфри ла (John Peters Humphrey) ҡатнаша. Канаданың Халыҡ-ара хоҡуҡ өлкәһендәге был белгесе БМО-ның Генераль секретары тарафынан кеше хоҡуҡтары буйынса бүлек етәксеһе вазифаһына 1946 йылда саҡырылған була.

Төп ваҡиғалар теҙмәһе

Тарихи нигеҙҙә Декларация менән бәйле йылдар[4]:

  • 1939 йыл. Икенсе донъя һуғышы башлана. Германиялағы нацистик режим йәһүдтәрҙе һәм башҡа аҙсылыҡ милләттәрҙе юҡ итеү программаһы үткәрә.
  • 1945 йыл, 25 апрель. Сан-Францискола асылған халыҡ-ара конференцияла БМО уставы өҫтөндә эш башлана.
  • 1945 йыл, 26 июнь. БМО уставына илле дәүләт ҡул ҡуя.
  • 1945 йыл, 2 сентябрь. Японияның ҡаршылыҡһыҙ баш һалыуы (капитуляцияһы) хаҡында актҡа ҡул ҡуйыла. Икенсе донъя һуғышы тамамлана.
  • 1945 йыл, 24 октябрь. БМО уставы үҙ көсөнә инә.
  • 1946 йыл, 10 ғинуар. Лондонда БМО Генераль Ассамблеяһының беренсе ултырышы асыла. Унда Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссия ойошторола.
  • 1948 йыл, 10 декабрь. БМО Генераль Ассамблеяһы Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын ҡабул итә.
  • 1961 йыл, июль. Лондонда Халыҡ-ара амнистия (инглизса «Amnesty International», урыҫса «Международная амнистия») ойошмаһы төҙөлә.
  • 1968 йыл, май. Тегеранда БМО-ның кеше хоҡутарына арналған халыҡ-ара конференцияһы үткәрелә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • George J. Andreopoulos and Richard Pierre Claude (eds.), Human Rights Education for the Twenty-First Century (1997).
  • Johannes Morsink. The Universal Declaration of Human Rights: Origins, Drafting, and Intent (1999). Pennsylvania Studies in Human Rights. University of Pennsylvania Press, 2000. ISBN 0812200411, ISBN 9780812200416. P. 396.
  • Mary Ann Glendon, A World Made New: Eleanor Roosevelt and the Universal Declaration of Human Rights (2001).
  • Paul Gordon Lauren, The Evolution of International Human Rights: Visions Seen (1998).
  • Richard Falk, On Humane Governance: Toward a New Global Politics (1995).
  • Susan Muaddi Darraj. The Universal Declaration of Human Rights. — (Milestones in modern world history). Chelsea House, Infobase Publishing, 2010. 129 p. ISBN 978-1-60413-494-0 (hardcover), ISBN 978-1-4381-3178-8 (e-book).

Һылтанмалар

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы

Ҡалып:Статьи Всеобщей декларации прав человека Ҡалып:Международное право прав человека