3 март
көнө
3 март — григориан стиле буйынса йылдың 62-се (кәбисә йылында 63-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 303 көн ҡала.
3 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
3 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Болгария: Болгарияның ғосман иҙеүенән азат ителеү көнө.
- Грузия: Әсәләр көнө.
- Ҡырғыҙстан: Флаг көнө.
- Ер: Бөтә донъя яҙыусылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Милли гвардия ғәскәрҙәренең диңгеҙ частары көнө.
- 1067 йыл: Немига йылғаһы янындағы алыш менән бәйле йылъяҙмала тәүге тапҡыр Минск телгә алына.
- 1613 йыл: Ун алты йәшлек Михаил Федорович Земство соборы тарафынан батша итеп һайлана һәм Романовтар динстияһына нигеҙ һала.
тулы исемлек
- 1639 йыл: Бостонда (АҠШ) асылған колледж меценат Джон Гарвард исемен ала.
- 1802: Вена гәзитендә Бетховендың 12-се, 13-сө һәм 14-се сонаталарының баҫылып сығыуы тураһында хәбәр ителә, аҙаҡҡыһы һуңынан «Ай сонатаһы» тип атала.
- 1804: Александр I крәҫтиәндәрҙе ерһеҙ һатыуҙы тыйған, уларға алпауыт рөхсәтенән тыш никахҡа инергә рөхсәт иткән һәм алпауыттарҙың крәҫтиәндәрҙе язаға тарттырыу хоҡуғын сикләгән ҡарар сығара.
- 1837: АҠШ Техас Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1845: Флорида АҠШ-тың 27-се штаты итеп иғлан ителә.
- 1861: Александр II үҙенең манифесы менән Рәсәйҙә крепостной хоҡуҡты юҡҡа сығара.
- 1863: АҠШ Милли фәндәр академияһы ойошторола.
- 1864: Александр II поляк крәҫтиәндәренә ер биреү тураһында тураһында ҡарар сығара, Польшала аграр реформа башлана.
- 1866: Киевта асыҡ китапхана булдырыла (хәҙер ул Украинаның Милли парламент китапханаһы).
- 1875: Парижда «Кармен» операһының тәүге премьераһы уңышһыҙ тамамлана.
- 1875: Монреалдең «Виктория» һырғалағында шайбалы хоккей буйынса тәүге рәсми уйын үтә.
- 1876: Коканд ханлығы Фирғәнә өлкәһе исеме менән Рәсәй империяһына ҡушыла.
- 1878: Рәсәй һәм Төркиә араһында Сан-Стефан солох килешеүе төҙөлә. Ғосман империяһы составында Бөйөк Болгария кенәзлеге төҙөлә, ул Рәсәй йоғонтоһонда була.
- 1905: Николай II сиркәү реформаһын һәм башҡа үҙгәртеүҙәр үткәрергә, кәңәш биреү хоҡуғына эйә дума саҡыртырға вәғәҙә итә.
- 1911: Мургаб йылғаһында 2,2 млрд м³ күләмендә иң ҙур ишелеү һөҙөмтәһендә 567 м бейеклек тәбиғи быуа һәм Сарез күле барлыҡҡа килә.
- 1913: Вашингтонда АҠШ президенты инаугурацияһынан көн элгәре илдең бөтә граждандарына тигеҙ һайлау хоҡуғын талап иткән 5000 ҡатын-ҡыҙҙан торған демонстрация үтә.
- 1917: 3—4 мартта Киевта Украин халыҡ республикаһының Үҙәк радаһы ойошторола.
- 1918: Совет Рәсәйе хөкүмәте Германия, Австро-Венгрия, Ғосман империяһы һәм Болгария менән сепаратив солох килешеүе төҙөй.
- 1918: «Знамя труда» гәзитендә Александр Блоктың «Ун ике» поэмаһы донъя күрә.
- 1919: Башҡортостандың ғәҙәттән тыш комиссияһы (БашЧК) ойошторола.
- 1919: Ванкуверҙан (Канада) Сиэтлға (АҠШ) тәүге халыҡ-ара авиапочта ебәрелә.
- 1920: Мәскәүҙә Матбуғат йорто асыла.
- 1921: Канада физиологы Фредерик Грант Бантинг һөнәрҙәштәре менән инсулин гормонын аса, бының өсөн 1923 йылда уға Нобель премияһы бирелә.
- 1923: Нью-Йоркта «Time» яңылыҡтар аҙналыҡ гәзите һатыуға сыға, һуңынан популяр журналға әүерелә.
- 1923: Буласаҡ Моссовет исемендәге театр труппаһы рәсми рәүештә театр статусы ала.
- 1924: Төрөк милли ассамблеяһы Ғосман династияһын бөтөрә, хәлифлекте һәм башҡа дини хакимлыҡ органдарын яба һәм донъяуи уҡыу йорттары буйынса комиссариат булдыра.
- 1924: Германия Төркиә менән дуҫлыҡ тураһында килешеү төҙөй.
- 1931: Фрэнсис Скотт Ки 1812 (4?) йылда яҙған «Йондоҙло-буйлы байраҡ» шиғыры АҠШ Конгресы тарафынан Америка гимнының тексы булараҡ ҡабул ителә.
- 1933: Потсдамда Гитлер Өсөнсө рейхтың барлыҡҡа килеүе хаҡында хәбәр итә.
- 1937: Фирҡәнең Үҙәк Комитеты пленумында Сталин социализм нигеҙҙәре нығынған һайын синфи көрәш киҫкенләшә тигән теоретик тезисты нигеҙләй.
- 1944: СССР Юғары Советы Президиумы I һәм II дәрәжә Ушаков ордены, I һәм II дәрәжә Нахимов ордены, Нахимов һәм Ушаков миҙалдары булдыра.
- 1944: Париж сәхнәһендә йырсы Ив Монтан тәүге тапҡыр сығыш яһай.
- 1945: Львов өлкә картина галереяһы асыла.
- 1947: Тергеҙелгән Днепр ГЭС-ының беренсе агрегаты эшләй башлай.
- 1955: Элвис Пресли тәүге тапҡыр телевидениела күренә.
- 1963: Нефтекамаға ҡала статусы бирелә.
- 1969: «Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре» предприятиеһы ойошторола.
- 1965: Бечуаналенд британ колонияһына үҙидара бирелә. Серетсе Кхама премьер-министр вазифаһын ала.
- 1980: Йәҙрә материалын физик яҡлау тураһында халыҡ-ара конвенцияға ҡул ҡуйыла (1987 йылдың 1 ноябрендә үҙ көсөнә инә).
- 1987: Мәскәүҙә урыҫ телендәге «Бурда» журналының презентацияһы үтә.
- 1995: Арал диңгеҙен ҡотҡарыу халыҡ-ара берлеге ойошторола.
- 1997: Rambler’s Top100 рейтинг системаһы эшләй башлай.
- 2005: Стив Фоссетт «Scaled Composites Virgin Atlantic GlobalFlyer» самолетында Ер тирәләй донъяла тәүге булып яңғыҙ туҡталышһыҙ авиаосош яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кумылганов Александр Семенович (1940), нефть тармағы ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 1965—1981 йылдарҙа Туймазы нефть үткәргестәре идаралығының өлкән механигы, артабан ошо һәм Ҡурған идаралығының начальник урынбаҫары, 1981—2000 йылдарҙа СССР Нефть сәнәғәте министрлығының «Главтранснефть» идаралығының, артабан «Транснефть» компанияһының беренсе вице-президенты. 1967 йылда Өфө нефть институтын тамамлаусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефтсеһе (2000). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенән.
- Әхмәҙишина Лилиә Рифғәт ҡыҙы (1955), ветеран-педагог, Салауат ҡалаһы 7-се урта мәктәбенең элекке директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғүмәров Фәйзи Муллағәли улы (1926—27.07.2002), комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист һәм шағир. Бөйөк Ватан һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1987 йылдарҙа Стәрлебаш район гәзите мөхәррире. 1957 йылдан — СССР Журналистар союзы, 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Стәрлебаш районының Аҡмулла исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1995).
- Шик Василий Никитович (1931), хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-химик-технолог. 1950—2001 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Авангард» заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1955 йылдан начальник, 1961 йылдан баш инженер урынбаҫары, 1969 йылдан директор, 1985 йылдан граждандар оборонаһы штабы начальнигы. Техник фәндәр кандидаты (1973). Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1965) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Чернигов өлкәһе Новгород-Северский район Лариновка ауылынан.
тулы исемлек
- Шакиров Миҙхәт Әхмәт улы (1941—21.03.2006), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1982—1993 йылдарҙа төҙөлөүсе Башҡортостан атом электр станцияһы директоры, 1993—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы һәм Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре.
- Фәхретдинов Ривал Нуретдин улы (1946), хеҙмәт ветераны, ғалим-биолог. 2010 йылдан Мәскәү ҡалаһындағы «“ХимСервисИнжинирг” киң профилле компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Ленин комсомолы (1979) һәм Рәсәй нефть һәм газ инженерҙарының «Золотой РОСИНГ» йәмғиәте премияһы лауреаты (2004).
- Шәйхисламов Арсен Фәйзулла улы (1976—9.12.2020), театр артисы, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, 2012 йылдан театрҙың профсоюз комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Татлыбай ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғарипов Исмәғил Мәсәлим улы (1907—9.05.1993), геолог, Учалы еҙ колчеданы ятҡылығын асыусыларҙың береһе. 1954—1973 йылдарҙа Учалы руднигының өлкән геологы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, капитан. Ленин (1961), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Байгилде ауылынан.
- Рыцева Пелагия Леонтьева (1932—1997), малсылыҡ алдынғыһы. 1948—1985 йылдарҙа Баҡалы районы «Ленин юлы» һәм «Яңы тормош» колхоздары һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» (1971) һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1975) ордендары кавалеры. 1975—1979 йылдарҙа район Советы депутаты. Сығышы менән ошо райондың Яңы Илек ауылынан.
тулы исемлек
- Баһманов Әнәс Абдрахман улы (1937), фән ветераны, ғалим-инженер-механик. 1969 йылдан Өфөләге Энергия ресурстарын транспортлау проблемалары институтының (ИПТЭР) ғилми хеҙмәткәре, 1974 йылдан — сектор, 1983 йылдан — лаборатория мөдире, 1987 йылдан — өлкән, 1993 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2003 йылдан — бүлек мөдире; 2008 йылдан — Нефть-газ промыслалары проблемалары һәм ресурстарҙы һаҡлап тотоноу үҙәгенең директор урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2011), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1980). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2009), И. М. Губкин исемендәге премия (2002) лауреаты.
- Ғәйнуллина Фатима Ғәйнулла ҡыҙы (1937), мәҙәниәт өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. Бөрйән район Советы башҡарма комитеты мәҙәниәт бүлегенең элекке мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан. Йырсы Әлфиә Юлсуринаның әсәһе.
- Миянова Ләлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы (1937), педагогик хеҙмәт ветераны. 1968 йылдан Салауат ҡалаһының 38-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, 1996—2007 йылдарҙа 35-се балалар баҡсаһы мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Яңы Бурлы ауылынан.
- Сәйфуллин Рәсүл Нәҡип улы (1937—1999), малсылыҡ алдынғыһы. 1957—1999 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозының һарыҡ көтөүсеһе. 2-се һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Далуев Николай Семёнович (1952), спорт һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1994 йылдан Күмертау ҡала хакимиәтенең физкультура һәм спорт буйынса комитет рәйесе. 2004—2010 йылдарҙа «Баштрансгаз» йәмғиәтенең ошо ҡалалағы «Прометей» спорт-һауыҡтырыу клубы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Сәғитов Риза Мирза улы (1952), хеҙмәт ветераны. 1992—2002 йылдарҙа Башҡортостан шахта ҡаҙыу идаралығының генераль директоры, Экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтёры (2008). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
- Фазылов Рәйес Нурлый улы (1952—25.10.2016), нефтсе. 1976—2012 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иҫке Байыш ауылынан.
- Салауат Низаметдинов (1957—29.07.2013), композитор, йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 2005—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР‑ының (1988) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1988) лауреаты.
- Насипов Таһир Мәүил улы (1972), нефть сәнәғәт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1994 йылдан «Башнефть» берекмәһенең Өфө нефть эшкәртеү заводының операторы, ҡоролма начальнигы, әйҙәүсе инхенер-технологы, 2009 йылдан — төрлө производстволар, 2017 йылдан — производство майҙансығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2017). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Зубарев Андрей Сергеевич (1987), спортсы, хоккейсы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей командаһы һаҡсыһы. Донъя (2014) һәм Олимпия уйындары (2018) чемпионы. Почёт (2014) һәм Дуҫлыҡ (2018) ордендары кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Йәнбирҙин Морат Аллабирҙе улы (1933), механизатор. 1993 йылға тиклем Баймаҡ районы Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Ишмырҙа ауылынан.
- Әхмәтов Радик Рәхимйән улы (1933—9.08.2008), ғалим-биохимик, биотехнолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1981—1985 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты директоры. Биология фәндәре докторы (1976), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы районы Өлкөндө ауылынан.
- Хисмәтуллин Сәхи Нәби улы (1938), педагог, мәғариф, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Туймазы районы Ҡандра урта мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары; 1970 йылдан КПСС-тың Туймазы ҡала комитеты инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире; 1985 йылдан ҡала советы башҡарма комитетының эштәр идарасыһы. 1996—1999 йылдарҙа район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. «Оҙон көй» конкурсын ойоштороусы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Ишкилде ауылынан.
- Муллағәлиев Файлас Кәшби улы (1943), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1980—1990 йылдарҙа КПСС-тың Кушнаренко район комитетының беренсе секретары. Октябрь революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы. Райондың почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Таңһылыу Ҡарамышева (1948), шағир һәм журналист. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.
- Нәбиуллин Рәжәп Байғондо улы (1958), фән—ғалим-урмансылыҡ белгесе, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2008—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Ҡалыуайыры ауылынан.
- Аралбаев Фәннүр Фәррәх улы (1968), педагог, спортсы, көрәшсе, һәүәҫкәр йырсы. 1995 йылдан Баймаҡ районы Буранбай мәктәбе уҡытыусыһы. Милли көрәш һәм өҫтәл теннисы буйынса төрлө кимәл ярыштар еңеүсеһе һәм призёры, башҡорт йырҙарын башҡарыусыларың ижади конкурстары лауреаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ғәлина Алһыу Вәнзир ҡыҙы (1973), театр артисы. 1996 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районы Иҫке Илекәй ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ашҡаҙарский (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улы (1884—31.12.1942), театр актёры, режиссёр, скрипкасы. 1906 йылда Ырымбурҙа театр труппаһы ойоштороусы. 1920 йылдарҙан һуң Ырымбур һәм Ҡазан театрҙары, Татар АССР-ының мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары хеҙмәткәре. Хеҙмәт Геройы (1926). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шөңгәккүл ауылынан.
- Рыҫҡолов Ғәббәс Шәйхислам улы (1894—8.12.1937), Беренсе донъя, граждандар һуғышы һәм 1920 йылдағы совет-поляк һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1920 йылдарҙа Муса Мортазиндың Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының эскадрон командиры. 1931—1935 йылдарҙа Әбйәлил, Учалы һәм Мәсетле район Советтары башҡарма комитеты рәйесе. Георгий тәреһе һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Ярлыҡап ауылынан.
тулы исемлек
- Матвиевский Павел Евменович (1904—3.03.1987), тарихсы-ғалим. 1940 йылдан Ырымбур дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1943—1970 йылдарҙа СССР тарихы кафедраһы мөдире, 1941—1946 йылдарҙа тарих факультеты деканы, 1950—1955 йылдарҙа институттың фәнни эштәр буйынса проректоры. Ғилми тикшеренеүҙәре тау сәнәғәте, крәҫтиән һәм эшселәр хәрәкәте, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларына арналған. Тарих фәндәре кандидаты (1943), профессор (1966). Сығышы менән Полтава губернаһы Бобрик ауылынан.
- Салауат Галин (1934—29.03.2010), фольклорсы-ғалим, педагог-методист һәм яҙыусы. 1977—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты проректоры, 1988—2010 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдире. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академигы), филология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2001).
- Брюханов Анатолий Михайлович (1939—11.10.2008), инженер-механик-ғалим. 1974 йылдан Өфө авиация институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1982). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған уйлап табыусыһы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Үтәмешев Рәжәп Ашираф улы (1939), төҙөүсе. 1957—1997 йылдарҙа Сибай ҡалаһындағы «Башмедьстрой» ойошмаһы прорабы, балта оҫтаһы, ташсыһы һәм ташсы-монтажсыһы. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1973) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Әмин ауылынан.
- Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы (1959, химик-ғалим, уйлап табыусы. 1987 йылдан Өфөләге Органик химия институты хеҙмәткәре, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006).
- Шәйхенурова Илзиәр Мәхмүт ҡыҙы (1959), шәфҡәт туташы. Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһы пульмонология бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2020). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Щипачёв Андрей Михайлович (1959), инженер‑механик-ғалим. 2005 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты, 2017 йылдан — Санкт-Петербург Тау институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар ижади союзы ағзаһы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Арьков Валентин Юльевич (1964), электрон техника инженеры-ғалим. 1986 йылдан (өҙөклөктәр менән) Өфө авиация институты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002), профессор. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ришат Төхвәтуллин (1989), эстрада йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының (2018) һәм Татарстан Республикаһының (2020) атҡаҙанған артисы.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1823: Константин Дмитриевич Ушинский, Рәсәй империяһы педагогы, фәнни педагогикаға нигеҙ һалыусы.
- 1845: Георг Кантор, Германия математигы, күмәклектәр теорияһын эшләүсе.
- 1860: Алексей Фаворский, Рәсәй империяһы һәм СССР ғалим-химик-органигы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945).
- 1885: Лев Щерба, Рәсәй империяһы һәм СССР ғалим-филологы, педагог, академик.
- 1888: Наталена Королёва, Украина яҙыусыһы.
- 1907: Владимир Векслер, синхрофазотрон уйлап табыусы.
- 1703: Роберт Гук, Бөйөк Британия физигы, химик, математик, астроном, биолог, уйлап табыусы һәм архитектор.