Ҡасим ханлығы
Ҡасим ханлығы (Ҡасим батшалығы, Мещера, Мишәр йорто) — XV быуат уртаһы — XVII быуаттарҙағы Мишәр уйһыулығында (хәҙерге Рязань өлкәһе территорияһы) урынлашҡан феодаль дәүләт (биләмә). Хакимдары — Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәре. Үҙәге (төп ҡала) — Ҡасимов.
Ҡасим ханлығы | |
XV быуат уртаһы — XVII быуат
| |
---|---|
Баш ҡала | |
Халҡы | |
Идара итеү формаһы |
һайланған монархия |
Ҡасим хакимы | |
• 1452—1469 (тәүге) |
Ҡасим |
• 1679—1681 (һуңғы) |
Фатима Солтан |
Тарихы | |
• XV быуат уртаһы |
нигеҙләү |
• XVII быуат |
бөтөрөү |
Тарихы
үҙгәртергәҠасим халығының ойошторолоуы һәм статус мәсьәләһе бәхәсле булып тора[2].
Бер ҡараш буйынса (М. Г. Худяков, Б. Р. Рәхимйәнов һ.б.), Ҡасим ханлығының ойошторолоуы бөйөк Мәскәү кенәзе Василий II Васильевичты әсирлектән түләп ҡотҡарыуҙың бер шарты булып торған һәм ул Олуғ Мөхәммәткә Мәскәү ғәскәрҙәре Суздаль алышында еңелгәндән һуң вәғәҙә ителгән. Икенсе ҡарашҡа ярашлы (В. В. Вельяминов-Зернов, А. А. Зимин һ.б.), Ҡасим батшалығы Бөйөк Мәскәү кенәзлегенең XV быуат уртаһында барлыҡҡа килгән Ҡазан ханлығына ҡаршы тороу маҡсатында булдырылған[2]. А. В. Беляков фекеренсә, Ҡасим батшалығы реаль сәйәси дәүләт булмай, ә Яңы Түбәнге Ҡаласыҡты (рус. Новый Низовой Городок, Ҡасимов) Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәренә хеҙмәттәре өсөн бүләк итеп биреү традициялары формалашыуының башланғысы булып тора[3].
Үҙенең барлыҡҡа килеүенән алып Ҡасим ханлығы Рус дәүләте йоғонтоһона керә һәм уға бойондороҡло була[4][5], йәки, башҡа ҡараш буйынса, Ҡасим ханлығы Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәренә хеҙмәттәре өсөн бүләккә бирелгән биләмә булып торған[2].
Ҡасим ханлығының барлыҡҡа килеү датаһы ла бәхәсле булып тора: бер тарихсылар фекеренсә — 1445, башҡалар буйынса — 1452 йылда. Был ханлыҡ 1456 йылдан да һуң ойошторолмаған тип аныҡ әйтергә мөмкин. Василий II рөхсәте менән Яңы Түбәнге Ҡаласыҡҡа (һуңыраҡ — Ҡасимов) Олуғ Мөхәммәт хандың улдары Ҡасим һәм Яҡуп килеп урынлаша. 1467 йылда Ҡасим (? — яҡ. 1469) Ҡазан ханлығы тәхетенә дәғүә белдергән һәм бөйөк Мәскәү кенәзе Иван III Васильевичтан хуплау алған, әммә тәүге урыҫ-ҡазан һуғыштары (1467–1469) уңышһыҙлыҡ менән тамамлана һәм Ҡасимға үҙ биләмәләренә ҡайтырға тура килә. Ҡасимдың улы Данийәр солтан (яҡ. 1469 — яҡ. 1486 йылдарҙа хакимлыҡ иткән) әүҙем рәүештә батша Иван III тарафынан төрлө хәрби операцияларҙа — Новгородҡа ҡаршы яуҙарға (1471, 1477—1478), 1472 йылда Оло Урҙа ханы Әхмәттән Ока йылғаһы буйлап сикте һаҡлауҙа ҡатнашырға йәлеп ителә[2].
Яҡынса 1486 йылда Олуғ Мөхәммәттең вариҫтарын ҡырым хандары нәҫеле Гәрәйҙәрҙең вәкилдәре алыштыра — Нурдәүләт Гәрәй (яҡ. 1486—1490) һәм уның улдары Сатылған (1490 — 1506 һәм 1508 араһы, өҙөклөк менән) һәм Жәнәй (рус. Джанай; 1506 һәм 1508 араһы — яҡынса 1512) солтандар алыштыра. Ҡырым ханлығын нигеҙләүсе Хажигәрәйҙең улы һәм ҡырым ханы Миңлегәрәй I-нең бер туған ҡустыһы булып, Ҡырым ханлығына ҡарата тышҡы сәйәсәтендә Нурдәүләт Гәрәй Урыҫ дәүләтенең етди союздашы була. Нурдәүләт Гәрәй хан тәхетенә дәғүә белдерә алған, был бөйөк Мәскәү кенәзенә Ҡырым ханлығы сәйәсәтенә билдәле баҫым яһарға мөмкинлек биргән. 1486–1502 йылдарҙа Ҡасим батшалығының төп хәрби көстәре ҡырым ханына Оло Урҙаны тар-мар итеүҙә ярҙамға ебәрелгән[2].
Яҡынса 1512 йылда ханлыҡта йәнә династия алышынған — Ҡасимовта Оло Урҙа ханы Әхмәттең туғаны Шәйехәүлийәр ибн Бәхтийәр (яҡынса 1512—1516), ә һуңынан уның улдары — Шаһғәле (1516—1519, 1535—1546, 1546—1551, 1552—1567) һәм Йәнғәле (1519—1531 йәғни 1532) хакимлыҡ иткән. 1510-сы йылдар аҙағы — 1550-се йылдар башында Ҡасим батшалығы хакимдары Ҡазан ханлығы тәхетенә дәғүәселәр булараҡ Рус дәүләтенең көнсығыш сәйәсәтендә мөһим роль уйнай. Улар Ҡазан ханлығын 4 тапҡыр баҫып алалар (1519—1521; 1531 йәки 1532—1535; 1546; 1551—1552)[2].
Күп кенә тарихсылар фекеренсә, 1530-сы йылдарҙан алып бөйөк мәскәү кенәздәре Ҡасим ханлығының эске эштәренә ҡыҫыла башлай. 1552 йылда Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәренә Ҡасимов һәм Елатом өйәҙҙәрендә эре поместьелар бүләк итәләр. XVI быуаттың 2-се яртыһынан ханлыҡтың хәрби отрядтарының урыҫ ғәскәре составындағы әһәмиәте кәмей бара. 1567 йылдың 20 апрелендә Шаһғәле вафат булғандан һуң уның урынын бер ни тиклем ваҡыт үткәс Саин-Булат ибн Бикбулат (сыҡынғандан һуң Симеон Бекбулатович; яҡынса 1570—1573). Урыҫ властары бер нисә тапҡыр Ҡасим батшалығын бөтөрөргә уйлаған. Тәүге тапҡыр Саин Булат суҡынғандан һуң, Ҡасимовта 10 йылдан ашыу ваҡыт арауығында ҡасим батшаһы йәки батша улы титуллы Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәре булмай. Батша Фёдор Иванович элекке традицияны кире ҡайтара һәм Ҡасимовты Мостафағәле ибн Ғабдуллаға (1584 йәки 1585—1590 йылдан һуң түгел) бүләк итә[2].
1600—1610 йылдарҙа Ҡасимовта Сыңғыҙхан нәҫеленең ҡаҙаҡ тармағы вәкиле Ураҙмөхәммәт ибн Ондан хакимлыҡ итә. Батша Михаил Фёдорович Речь Посполитаяның интервенцияһы барышында хәрби ярҙам күрһәткәне өсөн 1614 йылда себер хан улы Арыҫлан ибн Ғәлегә (1614—1626) Ҡасим батшалығын бүләк итә. Уның улы һәм вариҫы Сәйетборхан ибн Арыҫлан (1654 йылдың апрелендә суҡынғандан һуң — Василий Арасланович) 1679 йылда вафат булғас, батша улының поместьеһы һәм Ҡасимовтан алынған килем уның улдары Семён һәм Иванға күсә. 1681 йылда улар артынан тик поместьелар ғына ҡала, был Ҡасим батшалығының бөтөүе хаҡында һөйләй[2].
Территорияһы
үҙгәртергәҠасим халығының территорияһы мәсьәләһе бәхәсле булып тора. Бер фекер буйынса, ханлыҡ бөтә Мещераны (Мишәр уйһыулығын) тиерлек (Ҡасимов, Елатьма, Кадом һәм хатта Төмән (Темников) ҡалалары менән бергә) биләгән[2]. Башҡа фекергә ярашлы, Ҡасим батшалығы һәр ваҡыт Ҡасимов посадының һәм уның янындағы һәм башҡа төбәктәрҙәге бүләк итеп бирелгән поместьеларҙың ҙурлыҡтары менән сикләнгән.
Халҡы
үҙгәртергәЭтник составы[4][5]: ҡасим «татарҙары»[1], мишәрҙәр, мордвалар.
Иҡтисад
үҙгәртергәҠасим ханлығы иҡтисадында мөһим роль уйнаған тармаҡтар: игенселек, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ[4]. Ханлыҡта шарап, күн әйберҙәре, балауыҙ етештерелгән, тоҙ һәм алтын сығарылған[4]. Үҫешкән һөнәрселек һәм кәсепселек булған. Хан һөнәрселәре һәм төҙөүселәре синыфы булған[4].
Төп халҡы ултыраҡ тормош көткәнгә күрә, ханлыҡта малдарҙы аҙбарҙа аҫрау ғына булған[4].
Дин
үҙгәртергәXVI быуатҡа ҡәҙәр ханлыҡта ислам иң абруйлы дин тип иҫәпләнгән[4].
1570-се йылдарҙан Ҡасим хакимдарын христианлаштырыу башлана (1573 йылда Саин Булат суҡына һәм Симеон исемен ала; яҡынса 1683 йылда — Сәйет-Борхан суҡына һәм Василий исемен ала)[4].
XVI—XVII быуаттарҙа башланған христианлаштырыуҙың көсәйеүе, Ҡасим ханлығынан күсеп китеүҙең бер сәбәбе булып китә[4].
Ҡасим ханлығының иң һуңғы мосолман хакимы Фатима-Солтан була[4].
Хәрби көстәре
үҙгәртергәХанлыҡтың хәрби көстәре даими ғәскәрҙән (казактар) һәм хәрби яу яһау маҡсатында йыйылған. Ҡасим ханлығында һәм Төмән (Темников) кенәзлегендә башҡорттарҙың да[6] хеҙмәт итеүҙәре билдәле[7]. Барлыҡ хәрби хәрәкәттәрҙе Ҡасим ханлығы Рус дәүләте менән бергә атҡара (мәҫәлән, Симеон Бекбулатович (Саин Булат хан) Ливония һуғышында урыҫ ғәскәре менән етәкселек итә)[4][5].
Ҡасим ханлығының атлы ғәскәре Рус дәүләте сигендә урынлашып, уның Оло Урҙа һәм Ҡазан ханлығына ҡаршы көрәшендә һөжүм итеүсе көс булып торған[2].
Хакимдары
үҙгәртергәҠазан нәҫеле
үҙгәртергә- Ҡасим (Олуғ Мөхәммәт хандың улы) — Ҡасим батша улы (? — яҡ. 1469).
- Данийәр (Ҡасим хандың улы) — Ҡасим батша улы (яҡ. 1469 — яҡ. 1486).
Ҡырым нәҫеле
үҙгәртергә- Нурдәүләт хан (Ҡырым ханы Хажи I Гәрәйҙең улы) — Ҡасим ханы (яҡ. 1486—1490).
- Сатылған (Нурдәүләт хандың улы) — Ҡасим хан улы (1490 — 1506 һәм 1508 йылдар араһы, тәнәфес менән).
- Жәнәй (Нурдәүләт хандың икенсе улы) — Ҡасим хан улы (1506 һәм 1508 йылдар араһы — яҡ. 1512).
Оло Урҙа нәҫеле
үҙгәртергә- Шәйхәүлийәр солтан (Әстерхандағы Бәхтийәр солтандың улы) — Ҡасим хан улы (яҡ. 1512—1516).
- Шаһғәле хан (Шәйхәүлийәр солтандың улы) — Ҡасим хан улы (1516—1519, 1535—1546, 1546—1551, 1552—1567).
- Йәнғәли хан (Шәйхәүлийәр солтандың улы) — Ҡасим хан улы (1519—1531 йәғни 1532).
- Саин Булат (суҡынғандан һуң Симеон, Бик(Бөйөк) Булат солтандың улы) — Ҡасим ханы (яҡ. 1567—1573).
- Мостафағәле (Ғабдулла Аҡ-Күбәковтың улы) — Ҡасим ханы (1584 йәки 1585—1590 йылдан һуң түгел).
Ҡаҙаҡ нәҫеле
үҙгәртергә- Ураҙмөхәммәт хан (Ондан солтандың улы) — Ҡасим ханы (1600—1610).
Себер нәҫеле
үҙгәртергә- Арыҫлан хан (Себер ханы Ғәлиҙең улы) — Ҡасим ханы (1614—1626).
- Сәйет-Борхан (суҡынғандан һуң Василий Арсланович, Арыҫлан хандың улы) — Ҡасим хан улы (1627—1679).
- Фатима-Солтан бикем (Арыҫлан хандың ҡатыны, Сәйет-Борхандың әсәһе) — Ҡасим хакимы (1679—1681).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 «тарханы, башкирцы, можеряне»
— История башкирских родов. Каршин. Том 15 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 17. — 228 с. — ISBN 978-5-85051-000-0. (рус.)
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 Рахимзянов Б. Р. Касимовское царство 2017 йыл 18 июнь архивланған. // Большая российская энциклопедия: В 30 т. — Т. 13. Канцелярия конфискации — Киргизы. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2009. — С. 269—270. — ISBN 978-5-85270-344-6
- ↑ Беляков А. В. Рождение Касимовского царства 2016 йыл 30 июль архивланған. // Историографическое наследие провинции. Материалы IV научно-практической конференции, посвященной памяти Д. И. Иловайского и М. К. Любавского. Рязань, 21 февраля 2007 г. — Рязань: Издательство РИАМЗ, 2009. — 272 с. — С. 66-74.
- ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 Исхаков Д. М. Тюрко-татарские государства XV—XVI вв. — Казань, 2004.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Этнополитическая история татар в VI — первой четверти XV в. // Исхаков Д. М., Измайлов И. Л. — Казань, 2000.
- ↑ Шул иҫәптән ҡаршын һәм ирәкте ырыуҙары вәкилдәре.
- ↑ История башкирских родов. Каршин. Том 15 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 17—18. — 228 с. — ISBN 978-5-85051-000-0. (рус.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Вельяминов-Зернов В. В. Исследование о касимовских царях и царевичах. — 2-е изд.. — СПб.: В тип. Имп. Академии наук.
- Часть первая. (С четырьмя таблицами). — 1863. — XIII, 558 с.
- Часть вторая. (С двумя таблицами). — 1864. — XVI, 498 с.
- Часть третья. (С четырьмя таблицами). — 1866. — V, 502 с.
- Часть четвёртая. Выпуск первый. — 1887. — 178 с.
- Григорьев В. В. [Рецензия на:] Вельяминов-Зернов В. В. Исследование о касимовских царях и царевичах. Ч. 1. СПб., 1863 // День. — № 29.
- Шишкин Н. И. Симеон Бекбулатович, царь Касимовский // Русская старина. — 1888. — № 6. — С. 587.
- Шишкин Н. И. История города Касимова с древнейших времён:
- 1-е издание. — Касимов, 1888.
- 2-е изд., испр. и доп. — Рязань: Типо-Литография Н. Д. Малашкина, 1891.
- Переиздания: Рязань, 1999; Рязань, 2001.
- Гагин И. С. Краткая сложность о Касимовских царях татарских и памятниках с их времён существующих (публ. М. Крейтон) // Труды Рязанской учёной архивной комиссии за 1901 год. — Т. XVII. — Вып. 3. — Рязань, 1902.
- Привалова Н. И. Торги г. Касимова в середине XVII в. // Исторические записки. — Т. 21. — М., 1947.
- Касимовское царство // Советская историческая энциклопедия. — Т. VII. — М., 1965. — С. 86.
- Исхаков Д. М. К вопросу об этно-социальной структуре татарских ханств (на примере Казанского и Касимовского ханства). — Казань, 1995.
- Исхаков Д. М. От средневековых татар к татарам нового времени. — Казань, 1998.
- Рахимзянов Б. Р. Крымская династия в Касимовском царстве // Точка зрения: Сб. научно-исследовательских статей. — Вып. 3. — Казань, 2000. — С. 69-89.
- Рахимзянов Б. Р. Касимовское царство в Смутное время. // Точка зрения: Сборник научно-исследовательских статей. — Казань, 2000. — С. 73-78.
- Беляков А. В. Касимов после Смутного времени (по документам РГАДА) // Рязанская вивлиофика. — Вып. 2. — Рязань, 2001.
- Исхаков Д. М. О внутреннем делении Касимовских татар и его истоках // Восток-Запад: Диалог культур Евразии. Вып. 2. — Казань, 2001. — С. 289—298.
- Рахимзянов Б. Р. Касимовское царство: социально-политическое развитие (1445—1552 гг.): автореф. дис… канд. ист. наук. — Казань, 2001.
- Мухамедьяров Ш. Ф. Мещёрский юрт (Касимовское ханство) // Очерки истории распространения исламской цивилизации. — Т. II. — М., 2002.
- Беляков А. В. Касимовский царь Араслан Алеевич и православное население его удела // Тюркологический сборник: 2002. — М., 2003. — С. 189—199.
- Беляков А. В. Царь Араслан Алеевич и посад Касимова в начале XVII в. // Рязанская старина. 2002. — Вып. 1. — Рязань, 2003. — С. 56-64.
- Беляков А. В. Касимовские воеводы XVI в. // Вторые Яхонтовские чтения. — Рязань, 2003. — С. 101—106.
- Беляков А. В. Город Касимов ХV-ХVII вв. как сакральный центр Чингисидов в России // Верхнее Подонье: Природа. Археология. История. — Т. 2. — Тула, 2004. — С. 153—161.
- Исхаков Д. М. Тюрко-татарские государства XV—XVI вв. — Казань, 2004.
- Кузнецов А. А. Исследования истории Касимова XVII в. в наследии Н. И. Приваловой // Исламская традиция: прошлое, настоящее, будущее. — Н. Новгород, 2004. — С. 125—134.
- Привалова Н. И. Делопроизводство касимовских кабаков и кружечных дворов в XVII в. — Н. Новгород, 2005.
- Беляков А. В. «Касимовское царство» раннего периода (XV — первая половина XVI вв.): проблема интерпретации источников // Восточная Европа в древности и средневековье. — Т. XVII. — М., 2005. — С. 172—175.
- Дорофеев Ф. А., Зюзин П. В. Особенности подготовки к публикации исследований Н. И. Приваловой по социально-экономической истории Касимова XVII в. // История и исторический процесс. — Н. Новгород, 2005. — С. 141—148.
- Мухамедьяров Ш. Ф., Шокарев С. В. Касимовское ханство // Tartarica. Атлас. — Казань; М.; СПб., 2005.
- Султанов Т. И. Касимовский царь из Казахской орды // Чингизхан и Чингизиды. Судьба и власть. — М., 2006. — С. 326—332.
- Беляков А. В. Араслан Алеевич последний царь касимовский // Рязанская старина. 2004—2005. — Вып. 23. — Рязань, 2006.
- Беляков А. В. Ураз-Мухаммед ибн Ондан // Мининские чтения: 2006. — Н. Новгород, 2007. — С. 29-60.
- Рахимзянов Б. Р. Касимовские правители во внешнеполитической переписке Ивана III // Труды кафедры истории России с древнейших времен до XX века. — СПб., 2006. — С. 244—264.
- Рахимзянов Б. Р. Русские княжества и наследники Золотой Орды в XV в.: Начальная история Касимовского ханства // Rossica antiqua: Исследования и материалы. 2006. — СПб.: Изд-во СПбГУ, 2006. — С. 360—386.
- Рахимзянов Б. Р. Административно-политическая и этносоциальная структура Мещёрского юрта // История народов России в исследованиях и документах / Отв. ред. В. В. Трепавлов. — М.: Институт российской истории РАН, 2007. — Вып. 2. — С. 234—265.
- Хайретдинов Д. З. Касимовское ханство // Ислам на Нижегородчине. Энциклопедический словарь. — Н. Новгород, 2007. — С. 81-82.
- Беляков А. В. Касимовские воеводы XVII в. // Четвёртые Яхонтовские чтения. — Рязань, 2008. — С. 386—396.
- Рахимзянов Б. Р. Касимовское ханство // Ислам в центрально-европейской части России: Энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. ред. Д. З. Хайретдинов. — М.: Издательский дом «Медина», 2009. — С. 128—131.
- Рахимзянов Б. Р. Касимовское ханство (1445—1552 гг.). Очерки истории. — Казань: Татарское книжное издательство, 2009. — 207 c.
- Беляков А. В. Рождение Касимовского царства // Историографическое наследие провинции. Материалы IV научно-практической конференции, посвященной памяти Д. И. Иловайского и М. К. Любавского. Рязань, 21 февраля 2007 г. — Рязань: Издательство РИАМЗ, 2009. — С. 66-74.
- Rakhimzyanov, Bulat R. The Debatable Questions of the Early Kasimov Khanate (1437—1462) // Russian History. — 2010. — Vol. 37. — N 2. — P. 83-101.
- Rakhimzyanov, Bulat. Muslim Iurts of Muscovy: Religious Tolerance of the Steppe in the XV—XVI Centuries // Forschungen zur osteuropäischen Geschichte. — 2010. — Vol. 76. — P. 181—200.
- Беляков А. В. Чингисиды в России XV - XVII веков: Просопографическое исследование / Науч. ред.: д-р ист. наук В. В. Трепавлов (ИРИ РАН, Москва); Рязанский филиал Московского психолого-социального ин-та. — Рязань: «Рязань. Мiр», 2011. — 512 с. — 1 000 экз. — ISBN 978-5-904852-07-8. (в пер.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рахимзянов Б. Р. Касимовское царство 2017 йыл 18 июнь архивланған. // Большая российская энциклопедия: В 30 т. — Т. 13. Канцелярия конфискации — Киргизы. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2009. — С. 269—270. — ISBN 978-5-85270-344-6