Салауат районы

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район

Салауат районы (рус. Салаватский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда Малаяҙ районы булараҡ ойошторолған, 1943 йылда хәҙерге исеме бирелә. Майҙаны — 2182 км². Район үҙәге — Малаяҙ ауылы Өфөгә 183 км, яҡындағы Кропачево тимер юл станцияһына (Силәбе өлкәһе) 29 км. Халҡы 2010 йыл — 27,8 мең кеше (1970 йыл — 32,9; 1979 йыл — 28,8; 1989 йыл — 26,9 мең; 1995 йыл 27,3 мең кеше). Халыҡтың тығыҙлығы — 1 км²-ға 12 кеше, шул иҫәптән ауыл ерендә — 11 кеше. Районда 64 ауыл бар, шуларҙың иң күп халыҡ йәшәгәндәре: Малаяҙ (3,8 мең), Мөрсәлим (2,4 мең — 1989 йыл), Арҡауыл (1,3 мең), Лаҡлы (1,2 мең). Күпселекте башҡорттар, татарҙар, урыҫтар тәшкил итә.

Салауат районы
рус. Салаватский район
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан Республикаһы

Берләштерә

16 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Малаяҙ ауылы

Барлыҡҡа килеүе

1935 йыл

муниципаль район башлығы

Кашапов Марс Фәррәх улы[1]

Рәсми телдәр

башҡорт, урыҫ

Халҡы (2016)

24 451[2] (0.6 %, 34 урын)

Тығыҙлығы

11.21 кеше/км²

Милли состав

башҡорттар, татарҙар, урыҫтар

Майҙаны

2182 км² (25 урын)

Салауат районы рус. Салаватский район на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты
ОКАТО

80 247 000 000

Географияһы

үҙгәртергә
 
Силәбе өлкәһе һәм Салауат районы сигендә ҡуйылған аншлаг

Райондың төп биләмәләре Йүрүҙән, Әй йылғалары һыу айырғыстарына тура килә. Көньяҡ-көнсығыш өлөшө буйлап Уралдың көнбайыш итәгенең алдынғы һырттары һуҙылған (Башташ, Һилейә һырттары). Көньяҡ-көнбайышта Ҡаратау һырты, ә төньяҡ-көнбайышта Өфө яҫы таулығы ята. Ер өҫтөнөң уртаса бейеклеге 370 метр булған Янғантау, Күҫәләр көкөртлө-водород сығанағы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Лаҡлы мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.

Ҡаҙылма байлыҡтарҙан: боксит ятҡылығы (Новое, Әй), эзбизташ (Мөрсәлим, Сыбаркүл, яҙғы йорт), цемент балсығы (Ягодный), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Лағыр), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Яланкүл), агрономик руда (Миәшәгәр, Покров). Ҙур булмаған торф һаҙлыҡтары (Миәшәгәр, Аҡшишмә, Лағыр һ.б.) 600 га майҙанды биләй.

Климаты уртаса һалҡынса, вегетация осоро ҡыҫҡа һәм дымлы. Еңелсә көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡара-һоро урман һәм уңдырышлығын юғалта барған ҡара урман тупрағы таралған. Урмандар майҙаны 63,9 мең га (район биләмәһенең 31,6 проценты), үҙағастың дөйөм запасы 9 млн м³ самаһы (шул иҫәптән ҡайын — 4,5; уҫаҡ — 1,8; ҡарағай — 1,1; йүкә — 0,8 млн м³). Ауыл хужалығы ерҙәре 107,9 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 66,9, көтөүлектәр — 26,6 һәм сабынлыҡтар — 14,3 мең га тәшкил итә.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 32 516 [3][4]
1959 32 284 [5][4]
1970 31 785 [6][4]
1979 28 084 [7][4]
1989 26 382 [8][4]
Йыл Халыҡ һаны
2002 28 516 [9][4]
2008 28 149 [10]
2009 27 916 [11]
2010 26 566 [12]
2012 25 910 [13]
Йыл Халыҡ һаны
2013 25 449 [14]
2014 24 987 [15]
2015 24 627 [16]
2016 24 422 [17]
2017 24 196 [18]
Йыл Халыҡ һаны
2018 23 871 [19]
2019 23 561 [20]
2021 24 273 [21]
Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 66,6 %, татарҙар — 22,4 %, урыҫтар — 10 %, башҡа — 1 %[22].

Район исеме һаҡланып ҡалыуы

үҙгәртергә

1950-се йылдар уртаһында Салауат Юлаев был районда түгел, ә Нуриман районының Тәкәй ауылында тыуған тигән фараздар ишетелә башлай. Бәхәстәр ҡуйыра башлағас, мәсьәләне КПСС Өлкә Комитетында ҡарарға хәл итәләр. Был ултырышҡа ул саҡта Салауат районы КПСС район комитетының беренсе секретары булып эшләгән Барый Абдрахман улы Абдрахманов Салауаттың биографияһын да, төбәк тарихын да яҡшы белгән, восстание үткән ерҙәрҙең картаһын төшөргән ифрат мәғлүмәтле Хәйрулла Дилмөхәмәт улы Ҡолмөхәмәтов менән бара. Нуримандан иһә алтмыштан ашыу кеше килгән була.

Башта тарих буйынса фән докторҙары, кандидаттар телмәр тота, Нуриман районы вәкилдәре һөйләй. Улар Салауат Юлаев Нуриман районында тыуған тип иҫбатлай. Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов иһә, әҙерләгән карталарын элеп ҡуйып, сәғәт ярымдан ашыу һөйләй. Һүҙен туҡтатҡас та әле нуримандар һорауҙар бирә торғас, йәнә бер сәғәт ваҡыт үтеп китә. Сығыш инандырырлыҡ була. Өлкә Комитет башҡаса бындай бәхәстәр ҡуҙғатмаҫҡа тигән ҡарар сығара. Шул рәүешле башҡорт ҡаһарманының тыуған ауылы тулыһынса иҫбатлана һәм райондың исеме һаҡланып ҡала [23]

Район малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан, «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуын һауыттарға тултырыусы «Полипресс-»Ҡорғаҙаҡ" заводы, урман хужалығы предприятиелары эшләй.

Транспорт

үҙгәртергә

Район территорияһы аша Өфө — Силәбе тимер юлы һәм Кропачево — Малаяҙ — Мәсәғүт — Красноуфимск автомобиль юлдары үтә.

Социаль-мәҙәни өлкә

үҙгәртергә

Районда 49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 18 урта, музыка мәктәбе, ПУ, 25 дөйөм китапхана, 48 клуб, Район үҙәк һәм 4 ауыл участка дауаханаһы бар. Салауат Юлаев музейы (Малаяҙ ауылы), Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ғариповтың мемориаль музейы (Арҡауыл ауылы), Янғантау курорты эшләй.

Район халҡы өсөн аҙнаға бер тапҡыр башҡорт телендә «Йүрүҙән» һәм рус телендә «На земле Салавата» ижтимағи-сәйәси гәзиттәре нәшер ителә.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Салауат районын Марс Кашапов етәкләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 3 март (Тикшерелеү көнө: 3 март 2017)
  2. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  3. перепись населения СССР 1939 года
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  5. перепись населения СССР 1959 года
  6. перепись населения СССР 1970 года
  7. перепись населения СССР 1979 года
  8. перепись населения СССР 1989 года
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года
  10. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  11. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  12. Всероссийская перепись населения 2010 года
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  15. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  19. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  20. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  21. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  22. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  23. Ғәбделхаҡ Ғәйнуллин. Салауат тоҡомдары. - "Башҡортостан", 2004, 6 май.
  24. [http:// https://ru.wikipedia.org/wiki/Гирфанов,_Агиш_Шаихович]
  25. Агиш Гирфанов(недоступная ссылка)
  26. Аминов Тельман Газизович
  27. Аминов Тельман Газизович
  28. Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Илишевская историческая энциклопедия. Рафиков Габбас Габдрафикович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2019)
  29. Башҡорт энциклопедияһы — Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2018)
  30. Кто есть кто: Габдрахман Сагди. Журнал «Татарстан», N 2, 2004 г. 2017 йыл 7 февраль архивланған.
  31. Габдрахман Сәгъди
  32. Личности. Парламентарий, учёный, руководитель 2017 йыл 7 февраль архивланған.
  33. Гирфанов Вакиль Калеевич // Башкирская энциклопедия 2017 йыл 7 февраль архивланған.
  34. Энциклопедия Башкирии // Сагди Мухаметхади
  35. Мухаметхади Сагди
  36. Ямалеев Памир Камалетдинович // Башкирская энциклопедия
  37. Всероссийские соревнования по биатлону заслуженного тренера России Памира Ямалеева 2017 йыл 3 ғинуар архивланған.
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 116—121 с.
  • Асфандияров А. З. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1974
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  • Илишев И.Г и др. Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004
  • Мухаметдинов Р.К. Яровая пшеница на северо-востоке Башкортостана". Уфа, 1973

Һылтанмалар

үҙгәртергә