Нуғайбәк
Нуғайбәк (рус. Нагайбаково) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл, Яңы Урсай ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 317 кеше[1]. Почта индексы — 452669, ОКАТО коды — 80207846008.
Ауыл | |
Нуғайбәк Нуғайбәк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәНуғайбәк ауылы район үҙәге Баҡалы ауылынан көнбайышҡа 50 километрҙа һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 92 километрҙа Кама йылғаһы ҡушылдығы Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан[2].
Тарихы
үҙгәртергәXVII быуаттың аҙағында Ҡазан даруғаһы Юрмый улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә, керҙәшлек килешеүе менән, Нуғай даруғаһы Һарыш-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы башҡорт Нуғайбәкте индергәндәр, шулай итеп Нуғайбәк ауылына нигеҙ һалынған. Уның улы — Арыҫлан Нуғайбәков.
Нуғайбәк ҡәлғәһен төҙөү өсөн ерҙәрен тартып алғандан һуң, ауыл кешеләре казак ҡатламына күсерелә.
1865 йылда 178 йортта 1003 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, мискә яһау, умартасылыҡ, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. 2 сиркәү, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда Нуғайбәктә улус идараһы сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе урынлашҡан, шарап һәм 2 бакалея кибеттәре теркәлгән. 30-сы йылдарҙан алып хәҙерге исемен йөрөтә[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәНуғайбәк ауылы халҡы — урыҫтар. Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 1263 | ||||
1920 йыл 26 август | 1449 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 819 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 561 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 393 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 384 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 317 | 159 | 158 | 50,2 | 49,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөгөнгө ауыл
үҙгәртергәНуғайбәк ауылында төп мәктәп, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Старостин Иван Дмитриевич (21.06.1913-1954) — тәүге көндән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Берлинға етә. IV Украин фронты Ғәнимәт ҡоралланыуы идаралығының 21-се айырым ғәнимә отделениеһы. Колхоз рәйесе, 1937 йылда Мәскәүҙәге Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә Башҡортостандан делегат була. «Хәрби хеҙмәт ҡаҙаныштары» миҙалы, Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1949)[5].
Хәтер
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергә.
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Аҡай тауы
Йылға, шишмә, күлдәр:
- Ыҡ
- Мәләүезкәй
Тәбиғәткә сәйәхәт маршруты: Малаузка йылғаһын кисеп, ағымы буйлап йылғаның һул ярына перпендикуляр һуҙылған йырынға табан үргә 2 км барыу. Шунан Нуғайбәк ауылы, Аҡай тауы. Малаузка йылғаһы тамағында Аҡай тау биттәре башлана. Һулға боролғас, Ыҡ йылғаһының уң ярынан ағымы буйынса 1,5 км үргә, Нуғайбәк ауылына сығыу[7].
Нуғайбәк мәмерйәһенә инеү урынының диаметры 1 метрға яҡын, оҙонлоҡҡа 10 — 12 метр эскә үтелә, бейеклеге — 1,7 метр тирәһе. Мәмерйә тоҡомо — эзбизташ, ҡомташ. Һөрөнтө ер аша 1,2 км үткәндән һуң, шоссе юлдан Нуғайбәк ауылына ҡаршы яҡҡа хәрәкәт итеү.
Күпер
- «Пугачёв күпере»
6 км үткәндән һуң, «Пугачёв күпере». Күперҙән шоссе юл буйлап Яңы Урсай, 4 км үткәс — Весёлая Поляна[8].
1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Нуғайбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил. (рус.)
- География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- Нагайбаково. Туристический машрут(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Нуғайбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Нуғайбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Нуғайбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Старостин Иван Дмитриевич
- ↑ Улицы Нагайбаково
- ↑ География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- ↑ Нагайбаково. Туристический машрут(недоступная ссылка)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |